Башҡортостан мәктәптәрендә төҙөкләндереү эштәре тамамлана

Яңы уҡыу йылына капиталь ремонттан һуң 5 белем биреү учреждениеһы асыла. Бишбүләк районының Уҫаҡ-Кисеү һәм Әбйәлилдең Красная Башкирия ауылдарында белем усағы, Күмертауҙың 3-сө башҡорт республика-гимназия интернаты, Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернаты һәм Өфөнөң 119-сы мәктәбе яңыртылды. Мәктәптәрҙе төҙөкләндереү программаһын тормошҡа ашырыуға 1 миллиард 800 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан мәктәп һәм балалар баҡсаларын төҙөү һәм ремонтлау буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙа килә. 2027 йылға тиклем тағы 360 мәктәпте төҙөкләндереү ҡарала. 

Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендә төҙөкләндереү эштәре тамамлана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ