Эске эштәр органдары, янғын һүндереү һәм ведомствонан тыш һаҡ органдары, ҡала йәмәғәт именлеге үҙәге, муниципалитеттың структур бүлексәләре вәкилдәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Сара алдынан объекттар тикшерелә. Тамаша үткән урындарға видеокүҙәтеү камераһы ҡуйыла. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн иҫкәртеү саралары комплексы ойошторола. 15 сентябргә тиклем баш ҡалала хәүефһеҙлек айлығы бара. Уның барышында мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учереждениеларында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән иҫкәртеү саралары үтә.







