Башҡортостанда 2016 йылдан алып йәмғеһе 620 мең янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡҡан. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостан был приборҙарҙы 15 категория буйынса бюджет иҫәбенә биргән берҙән-бер төбәк. Быйыл йәй аҙ хәрәкәтләнеүсе, күреү һәм ишетеү һәләте буйынса мөмкинлеге сикләнгән граждандарға GSM-модуль менән йыһазландырылған ҡоролмалар ҡуйыла башланы. Уның төп үҙенсәлеге - хәүефле сигнал шунда уҡ бер нисә телефон һандарына - ашығыс хеҙмәттәргә, туғандарға китә. Әлеге ваҡытта улар Благовещен, Ишембай, Стерлетамаҡ һәм Тәтешле райондарында беркетелә.






