«Яндекс Погода» мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә көҙ миҙгеле лә яуым-төшөмлө була.
Дөйөм алғанда, ил буйынса, сентябрь, башҡа йылдарға ҡарағанда йылыраҡ килер, тип фаразлана. Иң көслө ямғырҙар Сочи, Владивосток, Пермь, Санкт-Петербург һәм Өфөлә күҙаллана. Октябргә килгәндә, был ай 2023 йылға ҡарағанда, һыуығыраҡ була - уртаса һауа температураһы 7 градус йылынан да түбән төшә. Йәғни, автоһәүәҫкәрҙәр автомбиль тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алыштыра ала. Синоптиктар күҙаллауынса, ҡышҡы шиналарҙы республиканың барлыҡ төбәктәренә лә әҙерләргә тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта ноябрь йылыраҡ булыуы ихтимал.






