Унда танылған һынлы сәнғәт оҫталарының да, йәш авторҙарҙың да эштәре тәҡдим ителгән. “М5 Берләшмә” экспозиция атамаһында Өфө менән илебеҙҙең баш ҡалаһын тоташтырыусы федераль трассаның исеме шифрланған. Картиналарҙың төп темаһы атайсалға, рәссамдарҙың бала сағы үткән урындарға арналған. Эштәр төрлө стилдә башҡарылған. Күргәҙмә «Сесен» ойошмаһы менән Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында, шулай уҡ баш ҡала хөкүмәте, республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында асылды. Сараны тантаналы асыуҙа ижади коллективтар һәм артистар сығыш яһаны. Экспозиция август аҙағына тиклем эшләй.






