«Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында үткән сарала атайҙар төбәк етәксеһе менән аралашып үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Осрашыуҙа күп бала тәрбиәләп үҫтергән, балалар йортонан тәрбиәгә сабый алған, инвалид бала ҡараған, улдарын Ватан һаҡсылары итеп үҫтергән әүҙем ҡарашлы атайҙар ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .
Бүздәк районында йәшәүсе Айҙар Ғәзиев тормош иптәше менән 30 бала тәрбиәләп үҫтерә. Балалар йортонан тәрбиәгә беренсе сабыйҙы улар 1991 йылда алған. Бөгөн малай-ҡыҙҙарҙың ҡайһылары үҙҙәре ата-әсәй. 30 балалы, 9 ейән-ейәнсәрле Айҙар Ғәзиев «Аталыҡ даны» конкурсында еңеүселәр исемлегендә .
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Аталыҡ даны» конкурсында еңеүселәр менән осрашты. Сараға конкурста төрлө йылдарҙа еңеүсе атайҙар саҡырылды. Улар - күп балалы атайҙар, балалар йортонан тәрбиәгә бала алған ғаилә башлыҡтары , хәрби династия ағзалары һәм башҡа әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы ир-аттар.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән аралашҡанда атайҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Күп балалы ғаиләләрғә документтар юллауҙы еңелләштереү, күп функциялы үҙәктәрҙә сиратһыҙ ҡабул итеү, саңғы спортын үҫтереүгә иғтибар арттырыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары барланды. Республика башлығы күп һорауҙарҙы контролгә алып киләсәккә эш планын билдәләне.
«Аталыҡ даны» конкурсы төбәктә бишенсе йыл ойошторолдо. Быйыл унда 300-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән һәм 52 атай төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды. Проекттың маҡсаты сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеүгә иғтибар бүлгән, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән атайҙарҙың ҡаҙаныштарын билдәләү, уларҙы яңы маҡсаттарға дәртләндереү.
Флорида Ким



