ПОЛИЭФ етештереү ҡеүәтен арттыра

Һуңғы йылдарҙа предприятие 4 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеп полиэтилентерефталат химик матдәһен сәғәтенә 4 тонна етештерә ала. Гранула киләсәктә төрлө һауыттар, төҙөлөш материалдарын эшләү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ компания биләмәһендә 11 футбол майҙанына тиң ҡояш электростанцияһы сафҡа ингән. Был проекттарҙың барыһы ла Инвестиция сәғәте форматында үткән кәңәшмәлә ҡаралып, хуплау тапҡайны. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Бер, ике тонналыҡ ҡаптарҙа пластик шешәләрҙең ваҡ киҫәктәре. Төҫтәр буйынса бер аҙ айырма рөхсәт ителә, ә бына сүп-сар, саң йәки металдар булмаҫҡа тейеш. Уларҙы айырыу өсөн сеймал өҫтәмә таҙартыу процесын үтә.

Благовещендағы «ПОЛИЭФ» заводында пластик һауыттарҙан сеймалды файҙаланып, Vivilen маркаһы аҫтында полиэтилентерефталат химик матдәһенән гранулалар эшләнә. Артабан унан төрлө эсемлектәр өсөн пластик шешәләр, синтетик туҡымалар, төрөү материалдары, шулай медицина әйберҙәре етештерелә. Бынан тыш, гранулалар иҙәнгә йәйелә торған япма, уйынсыҡтар эшләүҙә ҡулланыла. Улар экологик яҡтан таҙа һәм юғары сифатлы булыуы менән айырыла. 2022 йылдан алып 1 миллиард 700 меңгә яҡын пластик шешә эшкәртелгән. Эре предприятиела ҡоролмаларҙы эшләтеү өсөн электр уты ҡояш электростанцияһынан килә. Ике яҡлы 10 мең 80 панель 4,9 мегават бирә. Йәғни, ябай тормошта ул 300 фатирҙы электр уты менән тәьмин итә алыр ине.

«ПОЛИЭФ» ойошмаһының пластик һауыттарҙан сеймалды файҙаланып гранулалар етештереү проекты республикала уҙғарылған Инвестиция сәғәттәрендә ҡаралып хуплау тапты. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостан башлығы үҙ сәхифәһендә лә яҙғайны. Проект ғәмәлгә ашһын өсөн бөтәһен дә эшләнек - өҫтөнлөктәр бирҙек, коммуникациялар һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәттек, тине Радий Хәбиров. Ғөмүмән, «Инвестиция сәғәттәре» республикала үҫешмәгән йәки өҫтөнлөклө иғтибар талап ителгән яңы йүнәлештәргә һәм етештереү тармаҡтарына этәргес булып тора.

Йыл башына ҡарата Башҡортостанда өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә 340 инвестиция проекты индерелгән. Уларҙа 34 меңдән ашыу эш урыны булдырыу ҡаралаған. Планлаштырылған инвестициялар күләме иһә 837 миллиард һум тәшкилә итә. Ә һуңғы биш йылда инвесторҙар ярҙамында республикаға 201 миллиард һум йәлеп ителгән, 7 меңгә яҡын эш урыны булдырылған.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ