Туймазы районы Төмәнәк урта мәктәбе Бөтә Рәсәй конкурсында приз яуланы

Туймазы районы Төмәнәк урта мәктәбе «Иң яҡшы һанлы практика» Бөтә Рәсәй конкурсының «Илдең иң яҡшы һанлы мәктәптәре» номинацияһы призеры. Мәғариф милли проекты сиктәрендә «Үҫеш нөктәһе», инициативалы бюджетлау программаһы буйынса «Hi - tech park» фәнни-инновацион үҙәге, шайморатовсылар класы булған мәктәп ҡаҙаныштары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

«Мәғариф» милли проекты ярҙамында Төмәнәк ауылы мәктәбендә ике йыл элек «Үҫеш нөктәһе» кабинеты булдырылған. Һанлы технологиялар мәғариф усағында белем сифатын күтәреүгә киң юлдар аса. «Инициативалы бюджетлау» проектында ҡатнашыу иһә Төмәнәк ауылы йәштәренә яһалма инттеллект технологияларын өйрәнеп артабан да ошо йүнәлештә юғары белем алыу мөмкинлеге бирәсәк. Шуға күрә заманса һанлы компетенцияларҙы малай-ҡыҙҙар ҙур теләк менән үҙләштерә.

Мәктәп директоры Илдар Хаматов белдереүенсә, 2009-2010 уҡыу йылында бинаға капиталь ремонт эшләнгән.140 уҡыусыға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһында күрше Дарвино, Покровка, Тәрәнйылға, Казнаковка ауылдары балалары ла белем ала. Былтыр сентябрҙә бында «шайморатов» класы асылған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Туймазы районына эш сәфәре барышында Төмәнк ауылы мәктәбендә булып балаларҙың ниндәй шарттарҙа уҡыуын менән ҡыҙыҡһына, улар менән яҡындан аралаша.

Шайморатов класында белем алыу миңә оҡшай. Беҙгә Башҡортостан Башлығы килде. Нисек уҡыуыбыҙ, ниндәй һөнәр һайларға теләүебеҙ хаҡында һорашты. Беҙ тырышып уҡырға, күңелебеҙгә ятҡан һөнәр һайларға һүҙ бирҙек.

Эльвина Вәлиәхмәтова, Төмәнәк урта мәктәбенең Шайморатов класы уҡыусыһы

Шайморатов кластары асылыу менән мәктәптә уҡытыу кимәле һәм түңәрәктәр эше бермә-бер йәнләнгән. Уҡыусыларҙың да белемгә ынтылышы артҡан. Балалар төрлө спорт, патриотик, белем биреү сараларында әүҙем ҡатнаша. Яңы уҡыу йылынан мәктәптә тағы ла бер Шайморатов класы асыласаҡ. Бынан тыш, һөнәри ориентация эше лә яйға һалынған - агрокластар булдырылған

Беҙҙең маҡсат - ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыу.Агро кластарҙа белем алыусылар киләсәктә агроном йәки фермер булып китә икән, тимәк, беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙ. Профориентация эшен юғары кимәлдә ойоштороу ыңғай һөҙөмтә бирә.

Йәмил Бәҙретдинов, шәхси эшҡыуар

Ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән мәктәптә капиталь ремонт үткәрелгән, стеналар, иҙәндәр яңыртылған, яңы төкөтмәлә спорт залы йыһазландырылған. Малай-ҡыҙҙар Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көтә. Уҡытыусылар фекеренсә, уҡыусыларға тырышып уғырға ғына ҡала.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ