Дарыуҙар менән тәьминәт өлкәһендәге мөһим сарала алдынғы белгестәр, башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм етештереүселәр ҡатнаша. Өс көн дауамында фармацевтика сәнәғәтен үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләр буйынса дискуссия һәм панель сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм эшлекле уйындар уҙғарыу ҡаралған. 23 илдән барлығы 90 спикер саҡырылған. Сараны Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Дарыу саралары һәм тейешле практикалар дәүләт институты ойоштора. Быйыл Евразия иҡтисади берлеге биләмәһендә дарыуҙар буйынса дөйөм баҙар эшләй башлауға ун йыл тула. Конференцияла был тема айырым сессияға сығарыла.



