27-31 августа баш ҡалала “Хәүефһеҙлектең ғәҙел глобаль үҫеше өсөн күп яҡлылыҡты нығытыуҙа йәштәр дипломатияһының роле” тигән БРИКС илдәренең йәш дипломаттары форумы уҙа. Был хаҡта Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова белдерҙе. Форумда 30-ҙан ашыу дәүләттән 110 самаһы делегат килеүе көтөлә. Сараға ярашлы, ҡатнашыусыларҙың Рәсәй Сит ил эштәр министрлығы, Башҡортостан етәкселеге, күренекле сәйәсмәндәр, иҡтисад эксперттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, олимпиадаларҙа еңеүселәр, БРИКС уйындары, шулай уҡ Республика тарихы, мәҙәниәте менән танышыу ҡаралған. Форум барышында йәш дипломаттарҙы халыҡ-ара ассоциацияға ҡабул итеү тантанаһы үтә, – тине Мария Захарова.




