"Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Нуриман районының Ҡыҙылъяр мәктәбендә медиаүҙәк асылды. Үҙәк микрофондар, колонка, синтезатор, компьютер, ноутбук, төҫлө принтер, квадрокоптер, профессиональ видеокамера, ҡолаҡсындар, ҡулса лампаһы, мебель һәм башҡа заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Медиаүҙәк –уҡыусылар журналистика һәм медиа өлкәлә тейешле белем һәм күнекмәләр аласаҡ майҙансыҡ була, тип белдерәләр район хакимиәтенән.




