Бөрйән районында махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе яугир ғаиләһенә торлаҡ сертификаты тапшырылды. “Ҡыпсаҡ” позывнойлы яугир Әбделмәмбәт ауылынан. Бөгөн ул Даян Мурзин исемендәге батальонда хеҙмәт итә. “Батыр яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, ти район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә торлаҡ алырға ярҙам 11 районда 14 ғаилә өсөн ҡаралған. Уның суммаһы торлаҡ хаҡының 70 процентын ҡаплай. Ҡалған өлөшөн программала ҡатнашыусы индерә. Төп шарт - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, йә уның ғаилә ағзаһы "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһына инергә тейеш.







