27 августан алып 31-нә тиклем Өфөлә БРИКС илдәренең 6-сы йәш дипломаттар форумы үтә. Унда 30 илдән 110 вәкил ҡатнашыуы көтөлә. Улар глобаль хәүефһеҙлек үҫешен күп яҡлы нығытыу эшендә йәштәр дипломатияһы роле тураһында фекер алышасаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙең сит илдәр эштәре министрлығы етәкселеге, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, иҡтисади эксперттар менән осрашыуҙар ҡаралған. Күләмле форум саралары тураһында Сит илдәр эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова хәбәр итте.



