Өфөлә Башҡортостан башлығын һайлауға бюллетендәр баҫтырыла башланы

Бланктар «Белая река» типографияһында сығарыла. 6, 7 ,8 сентябрҙә үтәсәк Башҡортостан башлығын һайлауға 2 миллион 990 мең бюллетен баҫтырыла. Шул иҫәптән ярты миллионға яҡыны КОИБ ҡулланып тауыш биреүселәр өсөн. Нәшриәттә белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытта барлыҡ бюллетендәрҙең 80 проценты әҙер. Яҡын арала улар һайлау участкаларына таратыласаҡ. Һайлау бланктарының тексы ҡағыҙҙың бер яғында, махсус сетка өҫтөнә баҫтырыла. Кандидаттарҙың исемлеге алфавит тәртибе буйынса күрһәтелгән. Бюллендәрҙең барыһы ла микрошрифт менән һаҡланған. Бынан тыш, ҡануниәткә ярашлы, һәр бюллетендең өҫкө уң яҡ мөйөшөндә участка һайлау комиссияһы вәкилдәренең ике ҡултамғаһы һәм мисәте ҡуйылған булырға тейеш.

Һайлау бюллетенендә махсус сетка баҫтырылған. Улар зәңгәр-алһыу-зәңгәр төҫтә. КОИБ өсөн бланктарҙа ошо уҡ сетка ҡағыҙҙың ике яғында ла күрһәтелгән. Шулай уҡ бюллендәрҙең 12 проценты башҡорт телендә лә баҫтырыла. Уларҙың күләме 365 мең 900 дана.

Марат Ғәҙелов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары

Республикала һайлауҙы үткәреү өсөн 69 территориаль һәм 3 мең 262 участка комиссияһы әҙерләнгән. Уларҙың 40-ы һайлаусыларҙың ваҡытлыса йәшәү урындарында, берәүһе - Мәскәүҙәге Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан хөкүмәте бинаһында урынлашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығын һайлау 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә. Шулай уҡ төбәктә район, ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлана.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына - 5 кандидат. «Ғәҙел Рәсәй - Патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» фирҡәһенән - Владимир Нагорный, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев, «Яңы кешеләр» партияһынан Илшат Тимерйәнов, «Берҙәм Рәсәй»ҙән Радий Хәбиров һәм КПРФ-тан Артур Шәйнуров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ