Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ошо турала белдерҙе.
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Әсән ҡушаматлы яугир белдереүенсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән һәм ил һағына баҫҡан кешеләрҙең барыһы ла – геройҙар.
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугире, Генерал Шайморатов ордены кавалеры Марсель Фархетдинов әле ҡыҫҡа ялда. “Тыуған өйөн, яҡындарын ҡалдырып, алғы һыҙыҡҡа юлланған ир-егеттәргә оло хөрмәтемде белдерәм”, - тине ул.
Республикала контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Килешеүгә ҡул ҡуйғандарға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион 200 мең һумға етте. Белешмә алыу өсөн 117 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.







