Баймаҡта ололар өсөн аралашыу үҙәге эшләп килә

Баймаҡ ҡала һәм районының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү бинаһында урынлашҡан оло йәштәгеләрҙең аралашыу үҙәге - хаҡлы ялдағыларҙың һәләтен асыу, яңы ҡыҙыҡһыныуҙар табыу өсөн бик уңай. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һигеҙ ай элек асылған ололарҙың аралашыу үҙәгенән кеше өҙөлмәй.Төрлө осрашыуҙар, кисәләр үтә. Үҙәктә бөгөнгө көндә 7 түңәрәк эшләй. Хаҡлы ялдағылар бында үҙҙәренең тиңдәштәре менән аралаша, кемдер яңы һәләтен аса.

Мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар Баймаҡ лицей -интернатында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Зөһрә Фәйзуллина үҙәккә теләп йөрөй. Әле шашка-шахмат уйнау серҙәренә төшөнә. Ҡасандыр хыялында ғына йөрөткән уйын тормошҡа ашыра алыуына ханым ҡыуана.

Риза Үтәев - Шашка‐шахмат оҫтаһы. Хәҙер ул теләге булғандарҙың барыһын да ихлас өйрәтә. Мауыҡтырғыс,фекерләү талап иткән был уйын түңәрәгенә әле 10 кеше йөрөй. Улар араһында район кимәлендәге спартакиадаларҙа ҡатнашып уңышҡа өлгәшеүселәр ҙә бар

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ