Республикала тәүге тапҡыр Башҡортостан предприятиеларында эшләүсе йәштәр слеты уҙҙы

Шишмә районындағы «Патриот» паркында ойошторолған сара 200 йәш белгесте берләштерҙе. Улар өсөн көн дауамында ҡыҙыҡлы лекциялар, стратегик сессия үтте. Эшләүсе йәштәр менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та осрашты. Республика етәксеһе ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм слетты киләсәктә лә уҙғарыу кәрәклеген белдерҙе. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажында.

Йәштән тыш, слетта ҡатнашыусыларҙы хеҙмәткә һөйөү берләштерә. «Патриот» паркына Башҡортостандың 27 предприятиеһынан 200-ҙән ашыу йәш белгес йыйылған. Төп маҡсат - ойошмаларҙа йәштәр советтарын, власть органдары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәрен булдырыу.

Ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙың береһе республика башлығы менән үтте. Радий Хәбиров сәғәт ярым эсендә слетта ҡатнашыусы йәштәрҙең 11 һорауына яуап бирҙе. Төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанып өлгөргән белгестәр предприятиеларға, йәш ғаиләләргә ярҙам, грант конкурстарын үткәреү тәртибеә бәйле мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Радий Хәбиров Башҡортостан үҫешен билдәләйәсәк йәш быуын менән осрашыуҙарҙың кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Эшләүсе йәштәрҙе карьераға бәйле һорауҙар ҙа борсой. Иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйсә һөнәри үҫеш юлын һайлаусылар бар, ләкин өлгөр, тырыш, үҙҙәре менән башҡаларҙы ла файҙалы эшкә йәлеп итеүселәр бихисап, тип билдәләне Радий Хәбиров. Слетта ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре мөмкинлектән файҙаланып үҙҙәре эшләгән предприятие исеменән республика етәксеһенә сувенирҙар бүләк итте.

«Һорау-яуап» форматында ойошторолған һөйләшеүҙә Радий Хәбиров саҡырыуҙар ҙа ҡабул итте. Яҡын арала ул Октябрьский ҡалаһындағы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү ойошмаһына барырға вәғәҙә бирҙе. Ә бына хоккей уйнарға саҡырыусыларға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа сәкән һуҡмауы тураһында иҫкә төшөрҙө. Ләкин күнекмә барышын барып күрергә теләк белдерҙе.

Тренировкаға килер тип ышанабыҙ. сөнки беҙҙең егеттәргә, команда өсөн мөһим ваҡиға буласағына шик юҡ. һәм әлбиттә, осрашыу оҙаҡ йылдар хәтерҙә ҡаласаҡ.

Салауат Хәйруллин, Беренсе эшләүсе йәштәр слетында ҡатнашыусы

Башҡортостандың алдынғы предприятиеларында эшләүҙе ирекмәнлек менән берлектә алып барыусылар почет билдәләре һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Сара барышында эре предприятиеларҙа эшләүсе йәштәрҙең киләһе слетын туристик урында үткәрергә тәҡдим ителде. Уның өсөн «Шүлгәнташ» мәмерйәһе йәки «Турахан» кәшәнәһе биләмәһе һайланасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ