Өфөлә Эшҡыуарлыҡ акселераторы еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең «Яңы импульс» тип исемләнгән Эшҡыуарлыҡ акселераторы еңеүселәре билдәләнде. Проект ярҙамында йәш ғалимдарға үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға матди ярҙам бирелә. Йәмғеһе 110 кеше заявка тапшырған, уларҙың 34-е генә проекттарҙы яҡлау этабына үткән. Һөҙөмтәлә экология, медицина, IT-технологиялар кеүек бер нисә йүнәлеш буйынса 9 еңеүсегә ярты миллион һумға тиклем сертификат тапшырылды. Йәш ғалимдарҙың берәүһе Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Марк Тимошенко VR-бирсәткәне камиллаштырған.

Ошондай оҡшаш бирсәткәләр бар, тик минеке тактиль тойғолар тыуҙыра. Мин уйлап тапҡан технология сағыштырмаса арзан да. Уны медицина, хәрби өлкәлә файҙаланырға мөикн.

Марк Тимошенко, «Яңы импульс» акселераторы еңеүсеһе

Бынан тыш, сарала Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Аспиранттар йәйге мәктәбе ҡатнашыусылары бүләкләнде. 5 көн дауамында республика йәштәре Томск политехник университеты белгестәре үткәргән белем биреү программаһында ҡатнашҡан. Иң яҡшы тип танылған проект авторҙары Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йортонда стажировка үтәсәк.

Башҡортсотан башлығы ҡушыуы буйынса республикала талантлы йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү буйынса бер нисә сара уңышлы эшләп килә. Проекттарҙы субсидиялау ғына түгел, йәштәргә торлаҡ бүленә, илдең төрлө вуздарында стажировкалар ойошторола.

Максим Забелин, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ