Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала 3 мең 300 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк

Сәйәси кампанияла 3 миллион кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Был осорҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре төбәк террорға ҡаршы комиссия ултырышында тикшерелде. Республикала күләмле саралар көтөлә. Август аҙағында Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй, балалар мәктәпкә бара һәм һайлау. Йәмәғәт урындарында, байрам саралары үтәсәк ерҙә әленән үк именлек тәьмин итеү эштәре башланырға тейеш. Дөйөм алғанда, террор ғәмәлдәренән һаҡланыу республикала яҡшы ойошторолған. Был эшмәкәрлеккә төбәк ҡаҙнаһынан да аҡса бүленә. Шуға ҡарамаҫтан мәсьәләне һәр ваҡыт етди контролдә тотоу мөһим, тине Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ