Өфөлә «Урал» этно-үҙәгендә билдәле ағинәй Альбина Исхаҡованың шәхси күргәҙмәһе асылды. «Яратыуҙың сиге юҡ» исеме аҫтында ойошторолған экспозицияла биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады өлгөләре тәҡдим ителде. Сарала башҡорт түшелдеректәре коллекцияһы менән танышырға, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Күҙ нурҙары һеңгән, йөрәк йылыһы ҡушылған, ынйы-мәрйен, талир тәңкә менән биҙәлгән селтәрҙәренең һаны юҡ. Ә уларҙы Альбина Исхаҡова көтмәгәндә өйрәнә.
Әбйәлил районы данлы Кусимовтар нәҫеле ҡыҙының исеме республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Өҫтәүенә, ул гимнастика буйынса Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең дә чемпион исемен йөрөтә. Альбина Исхаҡованың хеҙмәт йылы икенсе һөнәр менән бәйле булһа ла, ул һәр ваҡыт күңел ҡәнәғәтлеге биргән шөғөлдәргә ваҡыт таба, камиллыҡҡа ынтыла.
Альбина Хажим ҡыҙы республикала тәүгеләрҙән булып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен тегә башлаған, ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да биҙәү сәнғәтенә өйрәткән. Уның күргәҙмәһендә ошо үҙенсәлекле техника буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Экспозиция 6 сентябргә тиклем эшләй.
Азат Ғәлиуллин



