Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов иҫтәлегенә асыҡ фестиваль. Йырсының тыуған ере Йылайыр районында һәләтле йырсылар, муызканттар ҡатнашлығында уҙғарылған мәҙәни сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатов Йылайыр районынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең береһе. Халыҡ, эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы, телевидение дикторы, ҡылҡәләм оҫтаһы. Быйыл 8 августа Башҡортостандың халыҡ артисына 88 йәш тулған булыр ине. Башҡорт моңон бөтә донъяға таратыусы артист хөрмәтенә Юлдыбай ауылындағы «Ҡурай» һәйкәле янында йырсыларҙың асыҡ фестивале уҙҙы.
Быйылғы фестивалдә Урал аръяғының төрлө райондарынан 13-кә яҡын конкурсант ҡатнашты. Улар башлыса тыуған ер тураһында һәм Фәрит Бикбулатов репертуарынан йырҙар башҡарҙы .Абруйлы жюри тарфынан гала концертҡа иң сағыу сығыштар ғына һайлап алынды.
Музыкаль проект «Йылы ерем - Йылайыр, һағынып ҡайттым тағын» тип атала. Уның авторҙары Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлсөм Бикбулатова, Эльмира Юлдашевалар.
Сәхнәлә төрлө быуын һәм төрлө һөнәр эйәләре сығыш яһаны. Улар араһында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Йыртҡыс» ҡушаматлы яугир ҙа бар ине.
Йылайыр еренә төрлө ауылдарҙан, республика район-ҡалаларынан Фәрит Бикбулатовтың ижадын яҡын күреүселәр йыйылды. Моң байрамын йырсының дуҫтары, коллегалары, замандаштары ла юғары баһаланы.
Тамашасы һөйөүен, жюри ағзаларының юғары баһаһын яулаусылар «Гран-при» һәм призлы урындарға эйә булды. Ҡалған конкурсанттар сығыштары ла дәртләндереү дипломдары менән баһаланды.
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов хөрмәтенә ойошторолған фестиваль ысын мәғәнәһендә моң байрамына әүерелде. Тамашасылар таныш көйҙәрҙе тыңлап, ҡушылып йырлап та алды. Моңға тартылыусы олоһо-кесеһе өсөн был кисә ябай концерт ҡына түгел, ә яратҡан артисы Фәрит Бикбулатовҡа хөрмәт белдереү сараһы ла булды.
Гүзәл Борханова



