Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың эксперт комиссияһы эш башланы

Республика Башлығы янындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса  советтың эксперт комиссияһы тәүге ултырыш уҙғарҙы. Ул Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгендә үтте. Ултырышта эксперт комиссияһы эшен ойоштороу, быйылға һәм киләһе йылға эш планы ҡаралды. - Башҡортостан биләмәһендә милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә  тәҡдимдәр әҙерләү буйынса мөһим бурыс ҡуйыла. Улар дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә  ашырыуҙы камиллаштырырға тейеш, - тине Гуманитар тикшеренеүҙәр  үҙәге директоры  Марат Мәрҙәнов.

Фото №1 - Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың эксперт комиссияһы эш башланы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ