Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде

Документҡа Радий  Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында тупраҡ ныҡ дымланған, сәсеүлектәргә зыян килгән. Ғәҙәттән тыш хәл режимы 50 район һәм Күмертау ҡала округы биләмәһендә ҡабул ителгән. 5 сентябргә тиклем хужалыҡтар Ауыл хужалығы министрлығына зыян күләмен, тотонолған аҡса суммаһын нигеҙләгән документтар әҙерләп тапшырырға тейеш. 19 августа вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 120 мең гектарҙа ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сығыуы тураһында белдерҙе. Зыян суммаһы 1 миллиард 60 миллион һумға баһаланды.

Фото №1 - Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ