Башҡортостан яугиренә Рәсәй Геройы исеме бирелде

Хәйбулла районы Яңы Петровка  ауылынан  Никита  Петровҡа награданы Оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы. Хәйбулла  район хакимиәте  башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә яҙыуынса, Никита Петров 2013 йылдан алып хеҙмәт итә.  Бөтә яҡташтары исеменән ҡаһарман  яугиребеҙҙе  ҡотлайбыҙ. Уны тыуған төйәгендә еңеү менән көтәбеҙ, - ти Рөстәм Шәрипов. Республика Башлығы Радий Хәбиров Никита Петровты Башҡортостан исеменән ҡотланы. - Лейтенант махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 24 февраленән ҡатнаша. Уның десантсылар взводы хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй. Беҙҙең республика  геройҙары  менән ғорурлана, - тип яҙа ул социаль  селтәрҙә.

Фото №1 - Башҡортостан яугиренә Рәсәй Геройы исеме бирелде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ