“Яҡташтарыбыҙ яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Һалдаттар өсөн тыуған яҡ сәләменең мөһим булыуын һәр кем аңлай”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
Яугирҙәргә тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡтарҙы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының төбәк бүләксәләренә тапшырырға була. Шулай уҡ “Башсельхозтехника” предприятиеһының келәтендә ҡалдырырға мөмкин. Ул Зубов ауылында урынлашҡан.







