Башҡортостанда һөтсөлөк тармағын үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелә

Ауырғазы районында кәңәшмә үте. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2030 йылға 30 яңы, заманса һөт етештереү комплексы төҙөлөргә тейеш. Әле 20 комплекс бар. - Яңы фермалар - ул яңы технологиялар, мотлаҡ яһалма интеллект менән бәйле. Сит ил ресурстарын ҡулланыу сикләнгән, шуға үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тейешбеҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. Республикала эшкәртеү комплекстары ла яңыртыла. Раевкала яңы предприятие асылды. Тиҙҙән Мәләүездә яңы һөт заводының сафҡа инеүе көтөлә.

Фото №1 - Башҡортостанда һөтсөлөк тармағын үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ