Башҡортостан яугирҙары ялдан һуң йәнә хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн юлланды

Ял итеүселәрҙе ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена»спорт комплексы алдындағы майҙанда оҙатыу сараһы үтте. Дин әһелдәре хәрбиҙәргә өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ял ваҡытында яугирҙәр ғаиләләре янында булған, туғандары, яҡындары менән күрешкән. Хеҙмәт урынына улар полкташтарына күстәнәстәр, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк яраҡтар алып бара.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияға барыусылар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме 300 мең һум тәшкил итә. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған аҡса1 миллион 200 мең һумға тиклем артты. 10 июлдән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы арттырылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ