Күренекле дәүләт эшмәкәре Зәкәриә Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл

Ул 24 йыл Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе вазифаһында эшләй. Башҡортостан тарихында уның исеменә тотош бер дәүер бәйле. Республиканың юғары социаль-иҡтисади үҫеше лә тап ул эшләгән йылдарға тура килә. Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы билдәләгән. Тап шул саҡта РСФСР Министрлығы ҡарар ҡабул итә. Уға ярашлы Өфөлә 1000 койкалыҡ клиник дауахана, хәҙерге Рус дәүләт драма театры бинаһы, сәнғәт училищеһы төҙөлә, Ленинға һәйкәл ҡуйыла. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостандың Советтар Союзында юғары үҫешкән төбәккә әүерелеүендә Зәкәриә Шәрәфетдин улының хеҙмәте ҙур.

Зәкәриә Аҡназаровты иҫкә алыу тантанаһында замандаштары дәүләт эшмәкәре тормошонан ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө,ҡәберенә сәскә һалды. Зәкәриә Шәрәфетдин улы БАССР-ҙың элекке Йылайыр кантоны Йомаш утарында ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән ғаиләлә баш бала булып донъяға килгән. Ауыл уҡытыусыһынан республика Хөкүмәте башлығына тиклем лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән. Зәкәриә Аҡназаровты яҡындан белеүселәр, ниндәй генә юғары дәрәжәләр биләһә лә ул һәр саҡ ихлас, ябай, тыуған иленең ысын улы булып ҡалды, тип билдәләй.

Атайым хаҡында тик яҡты һәм йыл хәтирәләр генә һаҡлайым. Ғаиләлә беҙ биш ул үҫтек. Ата-әсәйебеҙ беҙгә кешеләргә ҡарата ипле һәм изге күңелле булырға өйрәтеп тәрбиәләне.

Камил Аҡназаров, Зәкәриә Аҡназаровтың улы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ