Бер нисә минут элек баш ҡаланың Совет майҙанында «Көҙ романтинкаһы» классик музыка фестиваленең икенсе көнө тамамланды. Өфөнөң 450 йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырылған мәҙәни сара бөгөн дә күпләп тамашасыны йыйҙы. Өс бүлектән торған асыҡ һауалағы концерт Петр Чайковскиҙың үлемһеҙ «Аҡҡош күле» һәм «1812 йыл» әҫәрҙәренән асылды. Артабан, сәхнә түрен Үзбәкстандан килгән махсус ҡунаҡтарҙың сығышы биҙәне. Бас тауышлы башҡарыусы Женисбек Пиязов мәҫәлән, Миландың Бөтә донъяға билдәле Ла Скала театры сәхнәһендә йырлаған беренсе үзбәк артисы. Өфө тамашасыһы алдында ул ике башҡорт әҫәре менән сығыш яһаны.
Үзбәкстан артистарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале ҡатнашыусыларына ижади уңыштар теләп, дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың дәүләт академия симфония оркестрынан 7 музыкант Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.
Фестиваль иртәгә лә дауам итә. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары алдында Рәсәйҙең Евгений Светланов исемендәге дәүләт оркестры Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков дирижерлығында сығыш яһай.



