Уны етешетерүселәр производство ҡеүәтен арттырасаҡ. Быға эш өсөн шарттар ҙа, дәүләт ярҙамы ла бар. Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров вездеход эшләүселәр менән осрашты.
Тимер ат, быйылғы һауа торошон алдан күҙаллап ҡоролған, тиерһең. Һыуҙа ла, ҡарҙа ла батмай. 60 саҡрымға тиклем тиҙлеген арттыра ала. 92-се маркалы бензин менән йөрөй. Квадроциклға водителдән тыш тағы бер кеше ултыра ала. Төбәк етәксеһе ҡеүәтле вездеходты йыйыу цехтарында булды.
Квадроциклдың двигателе Японияныҡы, радиаторы Ҡытайҙыҡы, башҡа бөтә деталдәре Рәсәйҙә етештерелә. 2020 йылда гараждан әҙ генә ҙурыраҡ бинала эш башлаусыларға республиканың индустриаль паркында майҙан бүленгән. Был үҙ сиратында производствоны арттырырға булышлыҡ итә. Айына әле 30 квадроцикл сығарылһа, уны 60-ҡа еткереү бурысы тора. Бөтә эште 80 хеҙмәткәр башҡара, тағы 20 эш урыны булдырыу күҙаллана
Транспорттың юғары үтеүсәнлеге тәгәрмәстәрҙең түбән баҫымына бәйле. Компания тәгәрмәстәрҙе элек ситтән һатып алһа, хәҙер шиналарҙы бер ҡыйыҡ аҫтында етештереү яйға һалынған.
Радий Хәбиров гигант предприятиеларҙан тыш урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу мөһимлеген билдәләне. Индустриаль парктар тап шундай мөмкинлек бирә. Әле ике индустриаль парк төҙөү стадияһында уҡ резиденттар менән тулы, улар хатта сират тора тине республика башлығы.
Һәр машина заказ буйынса яһала. Башҡортостан вездеходтары үҙебеҙҙең төбәктән тыш Чукотка, Камчатка, Сахалин һәм башҡа яҡтарҙың юлһыҙ урындарын иңләй.
Рәмилә Исмәғилева



