Өфөлә 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Шайморатовҡа арналған күргәҙмә асылды

Өфөлә 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған күргәҙмә асылды. Рәсәй Геройының тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан ойошторолған экспозицияла шәхестең тормош юлы, хәрби ҡаҙаныштары сағылыш тапҡан. Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған төйәге Өфө губернияһы Биштәкә ауылынан башлап, Башҡорт кавалерия дивизияһын етәкләүгә, һуғыш осорондағы батырлыҡтарына тиклем тарихи ваҡиғалар күрһәтелгән. Шулай уҡ генерал-майорҙың наградалары һәм уның тураһында халыҡ иҫтәлеге тупланған материалдар менән дә танышырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ