Быйыл республикала «Ауыл табибы» программаһы буйынса 129 медицина хеҙмәткәренә ярҙам күрһәтелә

Уларҙың 46-һы үҙҙәренә тәғәйен миллиондарын алған да инде. 33 белгескә «Ауыл фельдшеры»программаһы буйынса ярты миллион һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре торлаҡ менән тәьмин ителә. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу менән, Башҡортостанда ауыл еренә табиптарҙы йәлеп итеү өсөн дә уңайлы шарттар булдырылды. БЮТ ижади төркөмө бындай мөмкинлектәрҙән файҙаланғандар менән аралашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Абҙанға йыл ярым элек кенә күсеп килеүенә ҡарамаҫтан, ул һәр пациентының һаулыҡ торошон яҡшы белә. Фельдшер Эльвира Байгилдина Архангел районына Өфөнән күсеп ҡайтҡан. Баш ҡалала «Әсә һәм бала» үҙәгендә табип-биолог булып эшләгән. Ауыл тормошон яратыуы һәм кешеләрҙе сәләмәтләндереү теләге менән Байгилдиндар ғаиләһе Абҙанда төпләнгән.

Эльвира Байгилдина Архангел районында «Ауыл фельдшеры»программаһы буйынса эшкә урынлашҡан. Йәше илленән уҙған булһа ла тәүәкәлләргә ҡарар иткән. Эшкә урынлашҡан ваҡытта йәш сикләүҙәре булмауын белә. Медицина хеҙмәткәре яҙмышын ауыл менән бәйләүенә үкенмәй. Фельдшерға бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡ бүленгән. Былтыр декабрҙән яңы фап-та эш башлаған. Ауыл халҡы ла фельдшерҙы йылы ҡаршылаған.

«Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашып Эльвира Байгилдина ярты миллион һум аҡса алыуға ирешкән. Матди ярҙамды ул йорт төҙөүгә йүнәлткән. Тиҙҙән ул яңы йортта өй туйлаясаҡ. Ә Гүзәл Батыршина иһә «Ауыл табибы»программаһы буйынса Архангел район дауаханаһына эшкә урынлашҡан. Быға тиклем ике тиҫтә йыл дауамында Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһында эшләгән. Район үҙәгенә инфекционист кәрәклеген белгәс, ике уйлап тормай, апрелдән бында күсеп килә.

Коллектив яҡшы, һәр яҡлап кәңәш биреп торалар. Күсеп килеү менән уңайлы торлаҡ менән тәьмин иттеләр. Киләһе биш йылда районда ең һыҙғанып эшләргә, балалар һәм өлкәндәр һаулығы һағында торорға ниәтләйем.

Гүзәл Батыршина, Архангел үҙәк район дауаханаһы табип-инфекционисы

Юлиә Саймулова мәктәп йәшендә үк балалар табибы булырға теләй. Һайлаған һөнәре буйынса эш башлағас бәләкәй пациенттарға ярҙам итеү изге һөнәри бурысы икәнлеген аңлай. Табиптың тамырҙары Ҡырмыҫҡалы районынан. Медицина университетын тамамлағандан һуң тыуған яғына эшкә ҡайтыу теләге көслө була. Әммә район дауаханаһы штаты тулы була. Архангел ауылына педиатр кәрәклеге хаҡында белгәс, бында килеп эшкә урынлаша.

Кадрҙар бүлегендә мине бик йылы ҡаршыланылар. Хеҙмәткәрҙәр өсөн тәғәйенләнгән уңайлы фатир бүлделәр. Миллион һум матди ярҙам алдым. Архангел районында эшләү бик оҡшай, бында оҙаҡ йылдар эшләргә йыйынам.

Юлиә Саймулова, Архангел үҙәк район дауаханаһының участка балалар табибы

2012 йылдан алып районда 35 табип ике дәүләт программаһында ҡатнашып ярҙам сараһы алған. Былтыр ике табипҡа-өсәр миллион, берәүһенә - миллион, ә фельдшерға 500 мең һум аҡса түләнгән. Бынан тыш, районда беренсел звеноны модернизациялау программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла.

Республикала «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры»программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Ярҙам саралары райондарҙа эшләргә теләүселәр өсөн матди дәртләндереү аша йәшәү шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Был программалар аша ауыл һәм эшселәр ҡасабаларына өс меңдән ашыу белгес йәлеп ителгән. Бынан тыш, уларға йәшәү һәм эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Шулай итеп, дәүләт ярҙамы менән район һәм ауылдарҙа пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты ла бермә-бер яҡшыра.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ