Башҡортостан менән Кубань республикаһы журналистар союзы хеҙмәттәшлек итергә килеште. Документҡа Ҡариҙел районында үткән Журфестта ҡул ҡуйылды. Республиканың медиа тармағында эшләүселәр фестивален «Звездный» физкультура-һауыҡтырыу комплексы ҡабул итте. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Журналист һөнәренә бәйле фразеологизмдарға яңы ҡараш. Республиканың төньяҡ муниципаль-ара ижади берләшмә вәкилдәре аш-һыу бешереү оҫталығын да күрһәтте. Фестивалгә улар ҡалыплашҡан һүҙбәшләнештәрҙе сағылдырыусы ризыҡтар алып килгән. Үҙенсәлекле күргәҙмәне киң мәғлүмәт саралары ихаталарында күрергә мөмкин ине.
Һүҙ көсөнөң нимә икәнлеген яҡшы аңлаусылар йола буйынса Журфестҡа йыйылды. Сараны өсөнсө йыл рәттән Ҡариҙел районы ҡабул итә. Павловка һыуһаҡлағысы буйында ойошторолған журналистар йыйыны коллегаларыбыҙҙы бүләкләүҙән башланды. Римма Вәлиева 35 йыл «Балтас таңдары» гәзите редакцияһында эшләй. Хеҙмәт юлын хәбәрсе булып башлаған ханым, әле яуаплы сәркәтиб. Журфестан иһә ул яратҡан эш урынына Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре булараҡ ҡайтасаҡ.
Журналист һөнәренең юғары наградаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеменә хеҙмәттәшебеҙ Гөлсимә Иштанова ла лайыҡ булды. Беҙҙең телеканалда сыҡҡан «Телеүҙәк» тапшырыуы алып барыусыһы тура эфирҙа саҡырылған эксперттар менән бергә көнүҙәк һорауҙарға яуаптар эҙләй.
Республиканың төп телеканалының Яңылыҡтар сығарылышы алып барыусыһы Гүзәл Мөхәмәтйәнова Башҡортостан хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында һөнәри тормошта экран артында ҡалыусылар ҙа бар. Режиссер, әҙәби мөхәррир, бухгалтер һәм фотографтар...
Быйыл фестивалдең темаһы «Медиағаилә» тип аталды. Көн дауамына тәғәйенләнгән программала федераль белгестәрҙән оҫталыҡ дәрестәре үтте. Унда заман шарттарында мәғлүмәт менән эшләү һорауҙары ҡаралды.
Журфест республикала 13 тапҡыр ойошторола һәм журналистар өсөн ҙур сараларҙың береһе булып ҡала. Эшлекле осрашыуҙарҙан тыш, фестиваль майҙансығында күңел асыу, концерт программаһы ҡаралған. Шулай итеп, төрлө редакция вәкилдәре футбол һәм волейболда көс һынашты. Быйыл сараның төп ҡунаҡтары - Кубань журналистары берләшмәһе. Ике республика араһында хеҙмәттәшлек итеүгә ҡул ҡуйылды.
Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ панель дискуссиялар үтте, унда медиаиндустрияның төп трендтары тикшерелде. Ҡатнашыусылар билдәләүенсә, һанлаштырыу һәм мәғлүмәтте тиҙ таратыу шарттарында журналистарға аудитория менән үҙ-ара эш итеүҙең яңы формаларына яраҡлашырға кәрәк.
Әлфинә Килдейәрова






