Радий Хәбиров Ишембай районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембай районына эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашып уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Төбәк етәксеһе яугирҙарҙың ата-әсәләренә улдары батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн Шайморатов орденын тапшырҙы. Ватан һаҡсыларының яҡындарына республика кардиология үҙәгендә махсус дауалау дауалау һәм реабилитациялау курсын үтергә тәҡдим ителде. Осрашыуҙа алғы һыҙыҡта һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү саралары, уларҙың балаларына һәм ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтеү юлдары ҡаралды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ