Иглин районында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Мемориаль таҡтаташтар Сыуаш-Ҡыбау ауылы мәктәбе стенаһына ҡуйылды. Был белем усағында яугирҙар уҡыған. Николай Максимов менән Давид Погосяндың иҫтәлеген хөрмәтләргә туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары килде. Һәләк булған геройҙарҙың яҡындары билдәләүенсә, улар ышаныслы, эшһөйәр һәм тыйнаҡ йәштәр булған. Ауыр минутта ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙер торғандар. Махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Давид Погосян һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ Ордены» менән бүләкләнгән.

Спорт менән шөғөлләнде, һәр ваҡыт десантсы булырға хыялланды, хыялы тормошҡа ашты. Иванов ҡалаһына китте. Унда хеҙмәт иткән ваҡытта контракт төҙөнө, артабан Сүриәгә ебәрелде. Унда ике йыл ярым хеҙмәт итте. Ватанын, дуҫтарын яратты, ныҡ тәрбиәле булды.

Мгер Погосян, Давид Погосяндың атаһы

Матәм митингыһы тамамланғас, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн консультация үткәрелде. Хәрбиҙәрҙең туғандары «Һорау яуап» форматында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап алды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ