«Сәләмәт республика» акцияһы башланғандан алып табиптарҙың күсмә бригадалары 148 меңгә яҡын кешене ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә өс мең ярым социаль әһәмиәтле ауырыу асыҡланған, 172 пациент яман шеш, 629 кеше шәкәр сире буйынса күҙәтеүгә алынған.
Табиптар лаборатор һәм аппарат тикшереүҙәр уҙғарып, шәкәр кимәле, холестерин, юғары ҡан баҫымы буйынса хәүеф янағандарға дауаланыу өсөн тәҡдимдәр биргән.
Акция Башҡортотстан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса алтынсы йыл ойошторола. Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә, бигерәк тә хаҡлы ялдағыларға, ветерандарға диспансер тикшереү үтеү өсөн район үҙәгенә барырға кәрәкмәй. Табиптар, төрлө йүнәлештәге белгестәр ауылдарға үҙҙәре бара. Уларға был мөһим эш өсөн рәхмәт әйтәм тип яҙған социаль селтәрҙә Республика башлығы.



