Республика райондарында педагогтарҙың август кәңәшмәһе үтте

Ҡариҙел районы уҡытыусылары ла яңы уҡыу йылына маҡсаттар билдәләне. Быйыл районда федераль программа буйынса 7 мәктәп ремонтланған. Киләһе йыл Байҡы ауылы белем усағын яңыртыу күҙаллана. 2025 йылда балалар баҡсаһы өсөн дә оҡшаш программа эшләй башлаясаҡ.

Ике мәктәпкәсә учреждение буйынса кәрәкле документтар йыйып тапшырылды, тине август кәңәшмәһендә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы. Бөгөн тормоштобоҙҙоң күп өлкәләренә мәғлүмәт технологиялары, компьютер системалары, нейро селтәрҙәр, яһалма интеллект индерелә. Шуға күрә уҡыу программаларын заман талаптарына яуап бирерлек итеп үҙгәртеү мөһим һорауҙарҙың береһе. Бынан тыш, белем биреү учреждениелары һәм бизнес араһында партнерлыҡты үҫтереү кәрәклеге билдәләнде. Берҙәм программалар, стажировка үтеү мөмкинлеген булдырыу хеҙмәт баҙарындағы хәлде аңларға һәм уларға әҙерләнергә ярҙам итәсәк, тиелде кәңәшмә барышында.

Педагогтарҙың август кәңәшмәһе барышында Ҡариҙел районының урта һөнәри белем биреү системаһына ҡағылышлы һорауҙар ҙа ҡаралды. Урындағы ауыл хужалығы колледжында «электр ҡоролмаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү» йүнәлеше буйынса имтихан тапшырыу өсөн сертификацияланған үҙәк асылды. Ул уҡыу йортоноң бюджеттан тыш аҡсаһы иҫәбенә төҙөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ