Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһында «Яңы мәктәп» федераль проекты буйынса ремонт үткәрелә

«Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» программаһы буйынса капиталь ремонт июндә башланған. 1967 йылда асылған белем усағы тулыһынса яңыртыла. Кабинеттар яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла, балаларға заманса белем биреү өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ. Төҙөкләндереү яңы уҡыу йылына тиклем тамамланмай. Уҡытыу ваҡытлыса 5-се мәктәптә алып барыласаҡ. Ремонт 2025 йылдың июленә тиклем дауам итә.

Әле эшселәр ҡыйыҡты яба, яңы иҙән түшәлә, тәҙрәләр яңыртыла, иҫкергән инженер селтәрҙәре алыштырыла. Тәүге тапҡыр үткән капиталь ремонт өсөн 110 миллион һум аҡса бүленә.

Илнур Шәрифуллин, Дүртөйлө ҡалаһының 3-сө гимназияһы директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ