Ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә һынаулы ғына көндәр ҡалды. Әле баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Өфө менән таныштырыусы төрлө программалар тәҡдим ителә.
Баш ҡала буйлап ойошторолған экскурсияла архитектура матурлығын ғына түгел, Өфөнөң боронғо биналарының тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә алырға мөмкин. «Роснефть» компанияһының ҙур ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәрҙәре бөгөн ошондай экскурсия үткәрҙе. Маршрут Өфө ҡалаһының 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән. Ул төрлө йылдарҙа проект институты белгестәре проектлаған объекттар менән таныштырыуҙы үҙ эсенә ала. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Спорт һарайы һәм башҡалар. Республиканың баш ҡалаһы архитектураһы ҡыҙыҡлы факттарға бай.
Был - республиканың бөтә закондары ҡабул ителгән урын. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы экскурсия маршрутында беренсе танышыу нөктәһе. 1990 йылда төҙөлгән бинаны Михаил Мазин проектлай. Ә быныһы 20-се быуаттың тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Башҡорт опера һәм балет театры архитектура йәһәтенән ӨФөнөң иң матур биналарының береһе. Ленин урамына ҡараған фасад Көнбайыш - Европа, ә Пушкин яғынан ул Көнсығыш стилендә.






