Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары автобуста бушлай йөрөй ала

Ошо турала закон 1 сентябрҙә көсөнә инә. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, балалар автобус, трамвай һәм троллейбуста юл хаҡын түләүҙән азат ителә. Дәүләт ярҙамы 1 сентябрҙән 31 майға тиклем ғәмәлдә була һәм күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән бөтә уҡыусыларға ҡарала. Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр күп балалылар иҫәбенә инә.

Фото №1 - Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары автобуста бушлай йөрөй ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ