Быйыл йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары 400 яңы эш урыны булдырған

Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артҡан. Шулай уҡ урында етештерелгән тауар күбәйгән. Резиденттар республика иҡтисадына 1 миллиард һум индергән. Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән ошо турала хәбәр итәләр. республикала 5 йылдам үҫеш биләмәһе иҫәпләнә. Улар Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белоретта урынлашҡан. Предприятиеларҙа нефть һәм газ ҡоролмалары, күпер төҙөлөшөндә ҡулланылған тимер-бетон бағаналар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек, көнкүреш химияһы, медицина изделиелары, кейем етештерелә. Биләмәләрҙә резидент булған компанияларға ташлама ҡарала. 

Фото №1 - Быйыл йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары 400 яңы эш урыны булдырған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ