30 августан 1 сентябрҙә тиклем Октябрь проспектының бер өлөшө ябыла. Шулай уҡ августың һуңғы көндәрендә Беренсе Май, Машина төҙөүселәр, Орджоникидзе, Зәки Вәлиди урамдарында хәрәкәт сикләнә. Был көндәрҙә йәмәғәт транспорты йөрөшө лә үҙгәрә. Өфө быйыл 450 йыллығын билдәләй.







