Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әшит ауылы янында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шикле автомобилде туҡтатҡан. Транспортты тикшереү барышында 20-нән ашыу тоҡта 324 киллограмлыҡ ҡыҫалалар табылған. 48 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асылған. Ҡыҫалалар кире һыуға ебәрелгән.







