Ҡаһарман "Булат" миҙалдар менән бүләкләнде

Хәйбулла районынан “Булат” позывнойлы яугир “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн" һәм өсөнсө дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалдары менән наградланған. Был турала социаль селтәрҙә район хакимиә   те башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә.  “Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта. Хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәне өсөн бер нисә дәүләт наградаһына тәҡдим ителде. Яҡташ яугирҙәребеҙ үҙҙәре алдына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй. Һәр береһе менән ғорурланабыҙ һәм уларҙы еңеү менән көтәбеҙ”-, тип яҙған район башлығы.  

Фото №1 - Ҡаһарман "Булат" миҙалдар менән бүләкләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ