Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендәге «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы төбәк» беренсе Милли премияһы лауреаты тип танылды. Яңылыҡ менән социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров бүлеште. Бәйге йомғаҡтары ошо көндәрҙә Калуга ҡалаһында үткән форумда иғлан ителгән. Һөҙөмтәләр һуңғы 5 йылдағы эш буйынса баһаланған. Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандың булыуы бик яҡшы хәбәр, тип белдергән Радий Хәбиров. Ошо ваҡытта республика бәләкәй ҡала һәм тарихи биләмәләрендә тормошҡа ашырылған 29 проект иң яҡшыһы тип танылған - был күрһәткес буйынса республика илдә өсөнсө. Йәмғеһе Башҡортостанда 700-гә яҡын йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Быйыл тағы ла 120-нән ашыу объект тәртипкә килтереләсәк, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



