Объектта «Уңайлы ҡала мөхите ойоштороу « программаһы буйынса күләмле төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Ишембай ҡалаһы көнөндә бында «Бала саҡ» фестивале үтте . Яңыртылған парк биләмәһе менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Урындағы халыҡтың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял майҙанын тәртипкә килтереү өсөн 163 млн һум аҡса тотонолған, сумманың 68 миллионы республика бюджетынан бүленгән. Бөгөн ул заманса төҫ алған - балалар майҙансыҡтары, спорт зонаһы, эскәмйәләр , тротуарҙар, яҡтыртыу ҡоролмалары, сәхнә - барыһы ла сағыу һәм уңайлы. Биләмәлә тарихи -патриотик, мәҙәни, туристик сараларҙы ойоштороу өсөн дә шарттар тыуҙырылған.






