Башҡортостан яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә, «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр тыуған иленә ике аҙнаға ҡайтҡан. Ял ваҡытында улар туғандары һәм яҡындары менән осрашҡан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан Ватан һаҡсыларына изге теләктәр әйтелде. Дини конфессия вәкилдәре сығыш яһаны. Оҙатыусылар яугирҙарға иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне. Алғы һыҙыҡҡа һалдаттар төбәк етәкселеге бүлгән автобустарҙа ҡуҙғалды.






