Өфөлә «Батырҙар дәүере» илһөйәрлек йырҙар конкурсының ярымфиналы үтә

Музыкаль бәйге Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған. Быйыл унда илдең 36 төбәгенән 300-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Баһалама комиссияһы рәйесе Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина белдереүенсә, конкурстың күләме һоҡландыра. Ҡатнашыусылар араһында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән артистар ҙа бар. Башҡарыусылар билдәле һәм үҙҙәре ижад иткән композициялар тәҡдим итә .

Конкурстың приз фонды бер миллион һум . Һайлап алыу туры онлайн форматта үткән. Быйыл «Батырҙар дәүере» илһөйәрлек йырҙар конкурсы өсөнсө тапҡыр ойошторола. Финалға үтеүселәр тамашаһы иртәгә лә ошо уҡ Совет майҙанында дауам итәсәк . Унда Рәсәй милли гвардияһы өлгөлө оркестры, Асҡар Абдразаҡов, Ольга Кормухина, Радик Юлъяҡшин кеүек артистарҙың сығышы көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ