Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысында 2021 йылда старт алған «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы республикала уңышлы тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә республика бюджеты иҫәбенә 75 миллион һумға 120 мәҙәниәт белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. 2023 йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артып 1 миллион һум тәшкил итә, түләүҙе хәҙер автомобиль һатып алыуға ла тотонорға мөмкин. Проекттың Әлшәй районында ғәмәлгә ашырылыуы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.
Геометрик фигура менән алма һүрәтен төшөрөү тәү ҡарашҡа ғына еңел һымаҡ. Һәр миллиметрын дөрөҫ төшөргәндә генә һүрәт ысынбарлыҡты сағылдыра ала. Балалар тырыша, сөнки киләсәктә уларға был белем һөнәр үҙләштергәндә кәрәк буласаҡ. Өҫтәмә белем алырға йөрөүсе һәр уҡыусы буласаҡ профессияһын алдан билдәләгән. Мәҫәлән, Рената дизайнер, ә Әлфинә архитектор булырға хыяллана.
Руфь Бикмаева Әлшәй районы балалар сәнғәт мәктәбенә өс йыл элек эшкә килгән. Йәш белгес утыҙҙан ашыу уҡыусыға өҫтәмә белем бирә.
Йәш белгес «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһында ҡатнашып бер миллион һум аҡса алған. Аҡсаны ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонған. Раевкала бер йыл эсендә йорт төҙөткән.
Йорт һалыу эше былтыр көҙ субсидия алғас та башланған. Быйыл көҙ йәш уҡытыусы өй туйларға йыйына.
Рәмилә Исмәғилева






