Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Уның сиктәрендә Баһаув крәҫтиән-фермер хужалығында ҡымыҙ бешеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, Биксура яланында «Ҡымыҙ-пати» ойошторолдо. Күләмле сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Салауат Баһаув тиҫтә йылға яҡын йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Ата-бабаларының боронғо шөғөлөнә ул осраҡлы ғына тотонмаған. Көтөүендәге ҡырҡ баш йылҡы малының 34 һауым бейәләре. Фермер хужалығында йәй көнөнә йөҙ литрҙан ашыу бейә һөтө һауыла.

Фермер «Айыҡ ауыл» байрамында халыҡҡа ҡымыҙ тәҡдим итте. Ҡаҙмаштар сәләмәтлек өсөн файҙалы эсемлек һәм йыуасалар менән тулы мул табын ҡорҙо. Ҡаҙмаштар айыҡ байрамға баш ҡала ҡунаҡтарын, күрше райондар халҡын да саҡырған. Белорет ҡалаһынан ағас эшкәртеү оҫтаһы Азамат Заһитуллин ҡымыҙ бешер өсөн йүкә батмандар һәм киле тәҡдим итте.

Ә ниндәй байрам йыуасаһыҙ үтһен? Амангилде ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары әбйәлилдәр өсөн традицион милли ризыҡ йыуаса бешереү конкурсында ҡатнашты. Хужабикәләр йыуасаны быуындан-быуынға күсә килгән рецепттар буйынса бешергән.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсына ҡатнашыу идеяһы ошо ауылдан сыҡҡан ете ир-уҙамандыҡы. Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин етәкселегендә инициатив төркөм айыҡ ауылда ҡымыҙ байрамы үткәрергә тәҡдим итә.

Ҡымыҙ байрамын ойоштороуҙа айырыуса әүҙемлек күрһәтеүселәр тырышлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Ҡымыҙ бешеү, йыуаса бешереү оҫталарына маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Башҡорт халҡының боронғо милли эсемлектәрен, аш-һыуҙарын пропагандалаусы сара арҡан менән машина тартыу, уҡ атыу кеүек спорт уйындары, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ҡаҙмаштар артабан да айыҡ тормош алып барырға, магазиндарҙа спортлы эсемлектәрҙе һаттырмаҫҡа, киләһе айыҡлыҡ сараларында әүҙем ҡатнашырға тигән ҡарарға килде.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ